Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Республиканың күп функциялы үҙәге «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы алдынан бөгөндән башлап һәм 8 майға тиклем Башҡортостандың күп функциялы үҙәгендә «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға теләгәндәрҙе ҡабул итеү ойошторола.

Күп функциялы үҙәктең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә белгестәр теләгән кешеләргә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандарының тарихын «Үлемһеҙ полк» электрон Хәтер китабына индерергә ярҙам итә. Күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт иткән һәр кем www.moypolk.ru сайтында мәғлүмәт ҡалдыра ала.

Бынан тыш, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре Еңеү көнөнә арналған парадта һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыу өсөн А4 форматындағы фотоһүрәттәрҙе сканерлай һәм баҫтырып сығара.

Өфөнөң Яңы Күпер урамындағы 8-се йортта урынлашҡан офиста А3 форматындағы фотоны баҫтырып сығарырға мөмкин.

Акция республика күп функциялы үҙәгенең түбәндәге офистарында уҙғарыла:

Өфө, Яңы Күпер урамы, 8;

Өфө, Интернациональ урамы, 113;

Өфө, Менделеев урамы, 205а;

Өфө, Б. Бикбай урамы, 44;

Өфө, Ғөбәйҙуллин урамы, 6;

Өфө, М. Рыльский урамы, 2/1;

Өфө, Менделеев урамы, 137,  4к;

Өфө, Дағстан урамы, 2;

Өфө, Г. Мушников урамы, 17;

Өфө, Октябрь проспекты, 4/1;

Стәрлетамаҡ, Хоҙайбирҙин урамы, 83;

Күмертау, Ғафури урамы, 35;

Октябрьский, Кортунов урамы, 15;

Бәләбәй, Революционерҙар урамы, 3;

Яңауыл, Азин урамы, 29;

Сибай, Горький урамы, 74к;

Белорет, 5 Июль урамы, 3;

Мәсәғүт И.Усов урамы, 3.

http://www.bashinform.ru/news/1149894-mfts-bashkirii-pomozhet-uchastnikam-aktsii-bessmertnyy-polk/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть