Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

«Рәсәй студенты-2018» конкурсында Башҡортостан исеменән Эльвина Ғәзизуллина сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Рәсәй студенты-2018» Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙ исеменән Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Эльвина Ғәзизуллина сығыш яһай.

Эльвина — Бишбүләк районы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында өсөнсө курста уҡый. Биатлон менән мауыға. Ҡыҙ «Һылыуҡай-2018» республика гүзәллек конкурсында өсөнсө урынды алды. Әле ул тыуған республикаһы һәм үҙенең университеты хаҡында презентация әҙерләй.

Бынан алдағы йылдарҙа «Рәсәй студенты» Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-приға Өфө ҡыҙҙары лайыҡ булғайны: 2016 йылда Ләйсән Ғәсимова, былтыр иһә Алһыу Мәүлиханова. Финал 6 майҙа Новосибирскиҙа уҙа. Конкурс барышын «Bashkirianbeauty» төркөмөндә күҙәтеп барырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1149711-na-konkurse-studentka-rossii-2018-bashkortostan-predstavit-elvina-gazizullina-iz-meduniversiteta-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть