Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Ағиҙел»дең еңеүенән һуң Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә ала

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Ағиҙел» хоккейсыларының Рәсәй чемпионатында еңеүе Башҡортостандың баш ҡалаһына 2021 йәки 2023 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо хаҡта ТАСС агентлығына Өфө клубының спорт директоры Александр Семак белдерҙе.

«Рене Фазель уны былтыр йондоҙҙар матчына килгән саҡта республика етәкселеге менән тикшерҙе. Халыҡ-ара хоккей федерацияһы (IIHF) беҙҙең ғаризаны хупларға тейеш тип уйлайым. «Ағиҙел»дең еңеүе Өфөгә донъя чемпионатын уҙғарыу хоҡуғын алыуға этәргес булып торор тип иҫәпләйем», — тип агентлыҡ Семактың телмәренән өҙөмтә килтерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 апрелдә Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы, финал серияһында Дмитровтан «Торнадо» командаһын 3:0 иҫәбе менән отоп, тәүгә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының төп трофейын яуланы.

Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара хоккей ярыштарын ҡабул итмәгән.

http://www.bashinform.ru/news/1149834-posle-pobedy-agideli-ufa-mozhet-prinyat-chempionat-mira-po-khokkeyu-sredi-zhenshchin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть