Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың Финанс министрлығы I кварталда бюджет үтәлеше тураһында отчет бирҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Финанс министрлығы I кварталда бюджет үтәлеше тураһында отчет бирҙе. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, был осорҙа йыйылма бюджет 62,449 миллиард һум күләмендә үтәлгән (2017 йылдың I кварталына 146%). Төп керем сығанағы: ойошмалар табышына һалым – 29,9 миллиард һумдан ашыу (54,5%), физик берәмектәр килеменә һалым – 12,1 миллиард һум (22%), акциздар – 4,2 миллиард һум (7,8%), мөлкәткә һалым – 2,9 миллиард һум (5,4%), дөйөм килемгә һалым – 1,6 миллиард һум (3%).

«2018 йыл уртаса башланды. Беренсе квартал плюс менән тамамланды, — тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов 19 апрелдә тура эфирҙа. — Мартта «Башнефть» 16,5 миллиард һум күсерҙе. Һөҙөмтәлә табышҡа дөйөм һалымдың йыллыҡ планын яртылаш тиерлек үтәнек. Был алға ышаныс менән ҡарарға һәм яңы объекттар, халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы формаларын, йәмәғәт хәрәкәте үҫешенең яңы варианттарын планлаштырырға мөмкинлек бирә. Ресурстар, финастар булғанда, күп нәмә эшләргә мөмкин».

Ғинуар-мартта республиканың тупланма бюджеты сығымдары 37,5 миллиард һум күләмендә финансланған (2017 йылдың I  кварталы кимәленә +16,4%). Ошо аҡсаның 80% йәки 30,1 миллиард һумы социаль өлкәгә йүнәлтелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1149727-minfin-bashkirii-otchitalsya-ob-ispolnenii-byudzheta-v-i-kvartale/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть