Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентарийҙары төбәктә законлылыҡтың торошон баһалай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан парламентарийҙары төбәктә законлылыҡтың торошон, шулай уҡ республикала Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү хаҡында докладын тыңланы һәм тикшерҙе. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламентының 52-се ултырышы үтә.

Ултырыш барышында депутаттар 20-нән ашыу закон проектын ҡарарға ниәтләй, уларҙың күбеһе тәүге уҡыуҙа тәҡдим ителгән. Улар иҫәбендә «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» закон проекттары.

Пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы вазифаһына кандидатура, Дәүләт Йыйылышының ҡарар проекттары һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшереләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1149802-parlamentarii-bashkirii-otsenivayut-sostoyanie-zakonnosti-v-regione/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть