Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Краснокама районында йәшәүсе 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Ошо көндәрҙә Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында йәшәгән Миңнур Имамова үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Был көндә Имамовтарҙың ҙур ғаиләһе йөҙйәшәрҙең өлкән ҡыҙының өйөнә йыйылды. Миңнур Шәмсиәхмәт ҡыҙын ҡотларға район хакимиәте, Пенсия фонды, Краснокама районының ЗАГС бүлеге, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре лә килгәйне. Почетлы юбилярға Рәсәй Президенты исеменән ҡотлау хаты һәм бик күп бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Юбиляр оҙон, һоҡланғыс һәм еңел булмаған ғүмер кисергән. Бер йәшендә әсәйһеҙ ҡалған, ауыл мәктәбенең дүрт класын тамамлаған, ауылдашына кейәүгә сыҡҡан, ирен һуғышҡа оҙатҡан. Бәхеткә, ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, ләкин 65 йәшендә яҡты донъянан китеп барған. Имамовтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөтә балалары ла бынамын тигән кеше булған, төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә — банк эшендә, төҙөлөштә, сауҙала, муниципаль хеҙмәттә атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр. Хәҙер өләсәйҙең һигеҙ ейән-ейәнсәре һәм 13 бүлә-бүләсәһе бар.

http://www.bashinform.ru/news/1149723-zhitelnitsa-krasnokamskogo-rayona-bashkirii-otmetila-100-letniy-yubiley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть