Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

«Нуримандың 23 сәғәте-2018» трофи-рейды: Рәсәй чемпионатының рейтинг этабы Башҡортостанда үтә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

5-6 майҙа Башҡортостан уникаль автоспорт ваҡиғаһын – «Нуримандың 23 сәғәте» уҙышын ҡабул итә. Был трофи-рейд 2018 йылғы Рәсәй чемпионатының рейтинг этабы була.

Тамашасыларҙы һәм автоспортты үҙ итеүселәрҙе Нуриман районының Красный ключ ҡасабаһында көтәләр. Йүнәлеш – «Әкиәт» ял базаһы. Был юлы уҙыш спорт туризмы буйынса ярыштар менән бергә үтә, тип хәбәр итә Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

«Ярыштарға махсус юлһыҙлыҡ шарттарына әҙерләгән тулы күсергесле автомобилдәр генә түгел, ә бөтә ерҙән үтә алған машиналар, коляскалы мотоциклдар сыға», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Уҙыш 5 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана, ә көндөҙгө сәғәт 2-лә спорт туризмы буйынса ярыштар старт ала.

http://www.bashinform.ru/news/1149773-trofi-reyd-23-chasa-nurimana-2018-reytingovyy-etap-chempionata-rossii-proydet-v-bashkirii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть