Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Илдар Абдразаҡовтың ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл: Өфөлә Музыка фестивале асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты, ике тапҡыр «Грэмми» премияһын яулаусы Илдар Абдразаҡовтың ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуға арналған I Халыҡ-ара музыка фестивале асылды.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә фестивалде асыу ысын музыка байрамына әйләнде.

«Хәйерле кис, ханымдар һәм әфәнделәр, хәйерле кис, дуҫтар, хәйерле кис, әсәй! Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт, таныш йөҙҙәрҙе күреүемә, йәнә ошо театрға, был сәнғәт һарайына ҡайтыуыма, тәүге аҙымдар яһаған сәхнәгә сығыуыма бик шатмын. Ярҙамығыҙ, тәьҫораттарығыҙ өсөн бөтәһенә лә рәхмәт» - тип ошондай һүҙҙәр менән фестивалде башланы Илдар Абдразаҡов.

Был ваҡиға менән Илдар Абдразаҡовты телеграмма аша Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҡотланы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

«Башҡортостан ере таланттар менән бай, бына инде 20 йылдан ашыу республикала Рудольф Нуриев, Федор Шаляпин фестивалдәре уҙғарыла, яңыраҡ Владимир Спиваков фестивален үткәрә башланыҡ һәм бөгөн сәнғәт яратыусылар өсөн тағы бер шатлыҡ – Илдар Абдразаҡов фестивале. Беҙ ғорурланған иҫ киткес ғаиләлә тыуған Илдар Абдразаҡов бөгөн донъя сәхнәһен яулай. Тыуған ер һеҙҙе үҙенә тартҡаны, ошондай фестиваль үткәрергә булғанығыҙ өсөн беҙ һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм был фестиваль оҙаҡ йәшәр тип ышанабыҙ!», — тине министр.

Шулай уҡ артистың бик күп дуҫтары видеоҡотлау яҙып ебәргән, уларҙы концерт барышында күрһәттеләр.

Илдар Абдразаҡов Өфөгә ижади дуҫтарын – АҠШ-нан виолончелиҙа уйнаусы Борислав Струлевты һәм баянсы, композитор Айҙар Ғәйнуллинды алып ҡайтҡан. Концерт Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры оҙатыуында художество етәксеһе Раушан Яҡупов идаралығында үтте. Беренсе бүлектә Джузеппе Вердиҙең, Джакомо Пуччиниҙың, Жюль Массненың, Альфреда Шниткеның, Александр Чайковскийҙың әҫәрҙәре, Айҙар Ғәйнуллиндың музыкаһы яңғыраны.

Йырсы Массненың Элегияһын уның тормошонда ҙур роль уйнаған ҡәҙерле кешеләр иҫтәлегенә арнаны. Экранда тамашасылар Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтың атаһы – Әмир Ғабдулла улының, йырсы һәм Опера һәм балет театры директоры Радик Гәрәевтың, танылған йырсылар Ирина Архипованың, Елена Образцованың һәм Дмитрий Хворостовскийҙың фотоларын күрҙе.

Билдәләп үтергә кәрәк, Илдар Абдразаҡовтың хәләл ефете Марика Гвилава һәм мәрхүм булған Дмитрий Хворостовскийҙың хәләл ефете Флоранс фестивалгә булышлыҡ итергә тип Өфөгә килгән. Залда шулай уҡ артистың әсәһе Тәскирә Нәғимйән ҡыҙы ултырҙы. Йырсы әсәһенә матур раузалар гөлләмәһен бүләк итте.

Икенсе бүлектә йырсы һәм уның коллегалары бер аҙ шаярып алырға булды. Илдар Абдразаҡов Пьяццоллының Либертангоһына дирижерлыҡ итте. Аҡрынлап һәр номер һайын (Неаполитан йырҙары, Л. Денцтың «Оcchi di fata»һы, Е. Петербурскийҙың «Йонсоған ҡояш»ы , А. Лараның «Гранада»һы) кисә ысын музыкаль шоуға һәм Шниткеның Полькаһы байрамдың күңелле кульминацияһына әйләнде. Өфөләр яратҡан йырсыһын һәм виртуоз ҡунаҡтарҙы ебәргеләре килмәне. Концерт көслө алҡыштар һәм «Ө-фө!» һүҙен ҡабатлау менән тамамланды. Һуңында Илдар Абдразаҡов Айҙар Ғәйнуллиндың баянына «Ай, былбылым» халыҡ йырын башҡарҙы.

«Мин һәр саҡ Өфөнө йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Бында мин үҫтем, белем алдым, һуңынан сығып киттем һәм минең тыуған өйөмә ҡайтаһы, тыуған яҡтан көс алаһы килә. Мин унда алғанды бирер һәм бында мин булмағанда йыйылған энегияны алыр өсөн ҡайтам. Туғандарым, дуҫтарым, коллегаларым һәм тамашасыларым араһында был алмашыуҙы мин бик ҡәҙерләйем», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһенә Илдар Абдразаҡов. Артист менән тулыһынса интервьюны бер нисә көндән Ижтимағи Электрон гәзиттә уҡығыҙ.

25 апрелдә, фестиваль сиктәрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә хәйриә концерты үтә. Илдар Абдразаҡов һәм Мариин театры солисы Сергей Скороходов Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры оҙатыуында күренекле опера арияларын һәм дуэттарын башҡарасаҡ. 25 апрелдәге концертҡа һатылған билеттарҙан килгән бөтә аҡсалар «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды программаларын тормошҡа ашырыуға тапшырыласаҡ.

27 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә йомғаҡлау гала-концерты фестивалдең кульминацияһы буласаҡ. Был кис оркестрҙы XXI быуат дирижерҙары араһында иң сағыу кешеләрҙең береһе Сперанца Скаппуччи (әлеге ваҡытта – Льежда Валлонияның Королдәр опера театры баш дирижеры) етәкләйәсәк. Концерт программаһы классик музыка һөйөүселәр өсөн сюрприз буласаҡ: танылған артистарҙан тыш Илдар Абдразаҡов Елена Образцова исемендәге Халыҡ-ара музыка академияһы солистарын саҡырған. Шулай уҡ программала Илдар Абдразаҡов Өфө сәнғәт институтында оҫталыҡ дәресендә һайлап алған Өфөнөң йәш опера йырсыһы ҡатнашасаҡ.

Фестивалде ойоштороусы – Илдар Абдразаҡовтың сәнғәт өлкәһендә Йәш таланттарға булышлыҡ итеү фонды.

http://www.bashinform.ru/news/1149504-20-letie-tvorcheskoy-deyatelnosti-ildara-abdrazakova-v-ufe-otkrylsya-muzykalnyy-festival/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть