Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда 11-30 майҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башланғысы менән «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Сарала ҡатнашыуға республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын-ҡотҡарыу, авария-ҡотҡарыу бүлектәре, йәмәғәт, ирекмән, студент һәм ветеран ойошмалары, әүҙем граждандар, шулай уҡ студенттар һәм 10-11 класс уҡыусылары йәлеп ителә.

Экологик акция һыу буйҙарында таҙалыҡ булдырыуға, йәмәғәтселек әүҙемлеген үҫтереүгә һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларында ҡатнашыу аша балаларҙа һәм йәштәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ойоштороусылар урындағы экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн халыҡтың, экология һәм тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге белгестәрҙең, журналистарҙың, урындағы хакимиәт һәм бизнес-берләшмә вәкилдәренең көсөн туплауға ышана.

«Уҙған йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәр тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтенә битараф түгел. 2017 йылда акцияла 11 525 кеше ҡатнашты. Республикала 347 һыу ятҡылығы таҙартылды», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

http://www.bashinform.ru/news/1149523-bashkiriya-prisoedinitsya-k-vserossiyskoy-aktsii-chistyy-bereg/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть