Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала 180 меңдән ашыу бала киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыған – Роспотребнадзор

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан биләмәһендә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың эпидемик сиге 2017-2018 йылдар эпидемия миҙгелендә 5 февралдән 15 апрелгәсә ун аҙна дауамында теркәлде. Был ваҡыт эсендә 275 303 кеше (Башҡортостан халҡының 6,8 проценты) киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыған, балалар һаны – 180 763 (республикалағы балаларҙың 23,1 проценты). Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда ауырыған балалар һаны 65,7 процент тәшкил иткән.

Өфөлә эпидемия осоронда 83 343 кеше (ҡала халҡының 7,4 проценты) ауырыған, улар араһында – 50 953 бала (25 процент). Баш ҡала буйынса дөйөм ауырығандар иҫәбенән балалар өлөшө 61 процент булған.

«Эпидемия күпләп балаларға йоғоу менән түбән көсөргәнешлелектә баһаланды һәм эпидемик процестың оҙаҡҡа һуҙылыуы менән характерланды. Уны А(H1N1)2009 киҙеүе ҡуҙғатты, аҙаҡта В киҙеүе ҡушылды, ул эпидемик процестың оҙайыуына килтерҙе», — тип аңлаттылар ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1149560-v-bashkirii-grippom-i-orvi-pereboleli-bolee-180-tysyach-detey-rospotrebnadzor/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть