Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.62 ↑

EUR 75.38 ↑

18 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Ҡырымда Белогорск районына газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районындағы тораҡ пункттарға газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтә. Был хаҡта Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов Facebook социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан белгестәре Ҡырым Республикаһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Белогорск районы хакимиәте менән бергә районға газ үткәреү схемаһын тикшерә башлаған.

«Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Башҡортостандағы дуҫтарыбыҙ һәм партнерҙарыбыҙ булышлығында төрлө өлкәләрҙә мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Тәү сиратта — социаль объекттарҙы ремонтлау», — тип билдәләне Сергей Аксенов.

Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һәм республика халҡына төбәкте үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Белогорск районына газ үткәреү буйынса эштәр Ҡырым менән Башҡортостан араһындағы хөкүмәт-ара килешеү сиктәрендә алып барыла. Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планына 2017 йылдың майында ҡул ҡуйылғайны, уға социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең төп өлкәләрендәге 12 йүнәлеш ингән.

http://www.bashinform.ru/news/1149474-bashkiriya-pomozhet-krymu-v-gazifikatsii-belogorskogo-rayona/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть