Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Волга буйы федераль округы йәмәғәтселәре Рәсәйҙә лайыҡлы тормош һәм социаль тигеҙлек тураһында фекер алыша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Рәсәй Йәмәғәт палатаһының «Берләшмә» төбәк форумы барышында Волга буйы федераль округы төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған берләшмә вәкилдәре, шулай уҡ субъекттарҙың Йәмәғәт палаталары етәкселәре илдә социаль тигеҙлек һәм рәсәйҙәрҙе лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү темаларын күтәрә. Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, тап йәмәғәтселәр социумда барған процестарҙы тәрәнерәк аңлай һәм булған проблемалар, шул иҫәптән билдәләнгән тема тураһында һис арттырыуһыҙ белдерә ала.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә социаль тигеҙһеҙлек нығыраҡ күҙгә ташлана. Территориаль үҫеш һәм урындағы үҙидара буйынса комиссия рәйесе Андрей Максимов килтергән тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй төбәк тигеҙһеҙлеге буйынса донъялағы 82 ил араһында өсөнсө урында тора.

«Әгәр Рәсәйҙе килемдең тигеҙһеҙлеге буйынса ҙур илдәр менән сағыштырғанда, беҙ Ҡытай, АҠШ һәм Бразилия кеүек илдәрҙе, өсөнсө донъя илдәре тураһында әйтеп тә тормайбыҙ, күпкә уҙып китәбеҙ, — тине «Яңы иҡтисади үҫеш» партнерлығы президенты Михаил Дмитриев. — Рәсәй властарының тигеҙләү сәйәсәте уңышлы булып сыҡты һәм эшләй. 2012 йылдан алып барылған бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу кампанияһы илдә килем буйынса дифференциацияға ҡарағанда, хеҙмәт хаҡы буйынса дифференциацияның күпкә кәмеүенә йоғонто яһаны — был ысынбарлыҡ. Беҙҙә төбәктәр араһында йән башына тулайым килем буйынса ҙур тигеҙһеҙлек. Төньяҡ Африка, Канада кимәленә яҡын төбәктәр бар. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың эш хаҡы һәм айырыуса килем буйынса дифференциация түбәнәйҙе. Федераль субсидиялар һәм дотациялар арҡаһында йән башына бюджет тәьминәте кимәлендә айырма ни бары 25% — был ҙур тигеҙләү, ул тәү сиратта социаль түләүҙәргә һәм бюджет өлкәһендәге эш хаҡына әүерелә».

Агросәнәғәт комплексын һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Евгения Уваркина биләмәләрҙе үҫтереү миҫалын килтерҙе. Вологда өлкәһенең Сизьма ауылында әүҙемсе ҡорамды тергеҙгән һәм бөтөп барған ауыл туризм үҙәгенә әүерелгән.

«Беҙгә һәр биләмәнең потенциалын күрергә кәрәк. Бурысыбыҙ — кешеләрҙе ошо процесҡа ҡатнашыуға йәлеп итеү», — тине Евгения Уваркина.

Иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты, хеҙмәттәр өлкәһен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Илья Семин социаль тигеҙһеҙлекте нисек көйләргә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләне.

«Тәү сиратта һалымдарҙың прогрессив ставкаһы тураһында һөйләү зарур, байҙар өсөн был һалым күберәк, аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн һалым аҙыраҡ, ә урта класс өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй. Икенсенән, төбәк үҫешендә тигеҙһеҙлек күҙәтелә: байҙар байый, ярлылар ярлылана. Хәҙер ҡалаларҙың иҡтисади үҫеш менән шөғөлләнеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн стимулы юҡ тип иҫәпләйем. Килемдең бер өлөшөн кеше йәшәгән муниципалитетта ҡалдырырға кәрәк. Тағы бер пункт бер ҡайҙа ла теркәлмәгән мәшғүл граждандарға ҡағыла. Финанс министрлығының рәсмиләштереү буйынса закон проекты был кешеләрҙе ҡурҡытасаҡ ҡына. Нимә эшләргә — бындайҙарҙы теркәү өсөн ябай схема — сайт йәки күп функциялы үҙәктәр аша патент һатып алыуҙы булдырырға кәрәк, — тип иҫәпләй Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илья Семин. — Бынан тыш, хәҙер льготалы тауарҙарға өҫтәлмә хаҡҡа һалымдың түбәнәйтелгән ставкаһын алып ташларға йыйыналар, ошо льготаларҙы нимә менән алмаштырыу хаҡында уйлау мөһим».

Пленар ултырыш барышында социаль тигеҙһеҙлекте ҡаплау һәм рәсәйҙәрҙең именлеген яҡшыртыу буйынса төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Һүҙ төбәктәрҙә производстволар төҙөү, авариялы торлаҡтан ғәҙел күсереү, дарыуҙар менән тәьмин итеү, әүҙем оҙон ғүмер концепцияһы, коррупцияға ҡаршы көрәш хаҡында барҙы. «Берләшмә» эшен дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1149340-v-ufe-obshchestvenniki-so-vsego-pfo-diskutiruyut-o-dostoynoy-zhizni-i-sotsialnom-ravenstve-v-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть