Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «дача» маршруттары буйынса автобустар йөрөй башлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

29 апрелдән Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә автобустар хәрәкәте башлана, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты.

Пассажирҙар ташыу менән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы шөғөлләнә.

Ун биш маршруттан торған баҡса селтәре Сәрлетамаҡ янында урынлашҡан. Нефтекамала — өс, Салауатта — бер маршрут.

Иң оҙон баҡса маршруты — 139-сы «Өфө — Тәкәй» ҡала яны маршруты, уның оҙонлоғо 65,5 саҡрым тәшкил итә.

Иң ҡыҫҡа маршрут 65-се «Салауат — Аллағыуат баҡсалары» — 7,4 километр.

Әлеге маршруттарҙа граждандарҙың льготалы категорияларына ҡала транспортында льготалы тариф буйынса йөрөргә мөмкинлек биргән берҙәм социаль юл йөрөү билеты ла ғәмәлдә.

Башҡортостанда миҙгелле маршруттарҙың графигы менән бында танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1149188-v-bashkirii-otkryvaetsya-dvizhenie-avtobusov-po-dachnym-marshrutam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть