Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын яҡтыртыу буйынса журналистар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2017 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсына йомғаҡ яһаны.

Конкурс комиссияһы Башҡортостандың 15 ҡала һәм районынан журналистар, ваҡытлы матбуғат һәм электрон баҫма редакциялары, телевидение тәҡдим иткән 60-ҡа яҡын эште ҡараны.

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау» номинацияһында «Беҙгә инвестор килә» мәҡәләһе өсөн «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы — Яңауыл мәғлүмәт үҙәге еңеүсе тип танылды.

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле» номинацияһында Дүртөйлө районынан «Ҡала мөхите» проектын ғәмәлгә ашырыу» видеосюжеты авторы Әлиә Әҙһәмова еңде.

«Ҡануниәттә үҙгәрештәр — квитанцияларҙа үҙгәрештәр» мәҡәләһе авторы Валентина Шарошкина (Сибай) «Бина милексеһе өсөн мәғлүмәт» номинацияһында иң яҡшыһы булды.

«Энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеге» номинацияһында «Первомайскиҙа йәшәүселәрҙең йорттарында арзан йылы булһын өсөн» мәҡәләһе авторы Эльвира Хәсәнова (Благовар районы) еңеү яуланы.

«Күп фатирлы йорт советтарының эшмәкәрлеге» номинацияһында «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрсеһе Арина Астафьева иң яҡшыһы тип танылды.

«Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте яңы капиталь ремонтлау системаһы» номинацияһында Нефтекаманың «Красное знамя» гәзитенән Наил Фәхриев еңеүсе булды.

Һәр еңеүсе республика хөкүмәте дипломы һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнә.  

http://www.bashinform.ru/news/1149059-v-bashkirii-nazvany-pobediteli-zhurnalistskogo-konkursa-po-osveshcheniyu-reformy-zhkkh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть