Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт яҙыусыһы 9-сы Төрки донъяһының әҙәбиәт журналдары конгресында ҡатнашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Төрки илдәре әҙәбиәтселәре 2017 йылда төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы Кастамонула конгреста осрашты.

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы һәм Евразияның Яҙыусылар союзы ойошторған 9-сы Төрки донъяһының әҙәбиәт журналдары конгресына 16 төрки халыҡтары һәм берләшмәләренән 28 әҙәбиәтсе йыйылды. Конгреста Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Башҡортостан, Татарстан, Ҡырым, Ғағаузия (Молдова), Ираҡ, Иран, Косово, Македония, Төньяҡ Кипрҙан киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты. Улар араһында башҡорт шағирәһе һәм журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәрире Гөлназ Ҡотоева ла бар ине.

«Конгреста төрлө илдәрҙең журналдары тураһында сығыштар булды. Мин дә журналыбыҙ, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә индергән өлөшөбөҙ хаҡында һөйләнем, тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаштым, хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышыуҙа ҡатнаштым», — тине Гөлназ Ҡотоева.

Сәләмләү сығыштарынан һуң «Төрки донъяһында йыл әҙәбиәтсеһе» премияһын тапшырыу тантанаһы булды. 2017 йылда Төркөстанда уҙған 8-се Төрки донъяһының әҙәбиәт журналдары конгресы ҡарарына ярашлы, премияны Татарстандан Зиннур Мансуров алды.

http://www.bashinform.ru/news/1148587-bashkirskaya-pisatelnitsa-prinyala-uchastie-v-9-m-kongresse-literaturnykh-zhurnalov-tyurkskogo-mira/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть