Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Төбәктә колбаса изделиеларын етештереү цехы асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендәге яңы объект менән тулыланды, тип хәбәр иттеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Фермер ит сәнәғәте компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө районында сусҡа, һыйыр һәм тауыҡ итенән колбаса изделиелары, ыҫланған продукция һәм ярымфабрикаттар етештереү цехын асып, уны үҙенең фирма магазиндарында һатырға ниәтләй.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме 103,8 миллион һум тәшкил итә. Проект яҡынса 140 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Уны 2018 йылда бойомға ашырыу ҡаралған.

Әле Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 183,8 миллиард һумлыҡ 49 проект бар. Шулар иҫәбенә республикала 12,2 мең яңы эш урындары булдырыу күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1149130-v-bashkirii-otkroetsya-krupnoe-proizvodstvo-kolbasnykh-izdeliy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть