Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Вакциналар эшләй»: Башҡортостанда Европа иммунизация аҙналығы бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

22 апрелдән 29-на тиклем Башҡортостанда 13-сө тапҡыр Европа иммунизация аҙналығы уҙғарыла. Уның девизы – «Вакциналар эшләй». Йыл һайын ойошторолған кампанияның маҡсаты — халыҡ араһында иммунизацияның әһәмиәте тураһында хәбәрҙар булыу кимәлен күтәреү һәм йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, иммунизация — йыш осраған йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сара. Прививка яһатыу быға тиклем ун меңдәрсә бала һәм өлкәндәрҙең ғүмерен өҙгән ауырыуҙарҙы кәметергә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөнләй юҡ итергә мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, ер шарындағы бар халыҡты иммунизациялау программаһы сәсәк ауырыуын бөтөнләй юҡҡа сығарыуға килтерҙе. Быума йүтәл, полиомиелит, тартышыу, дифтерия, ҡыҙылса һәм паротит кеүек сирҙәргә ҡаршы планлы иммунизация йыл һайын донъяла яҡынса 3 миллион кешенең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡала. Әлеге ваҡытта вакцинация дифтерия, тартышыу, ҡыҙылса, полиомиелит, ҡыҙамыҡ, ҡотороу, грипп, В гепатиты кеүек йоғошло һәм башҡа инвалидлыҡҡа, үлемгә сәбәпсе булған сирҙәрҙән һаҡлай. Әгәр иммунизация өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбенән төшөп ҡалһа, бик күп йоғошло ауырыуҙарҙың кире ҡайтыуы мөмкин, тип белдерә табиптар.

«Халыҡтың 95 процентына иҫкәртеү прививкалары яһау биләмәлә ҡуҙғытыусының хәрәкәтен туҡтатыуға һәм сирҙе юҡҡа сығарыуға килтерә, — тип билдәләнеләр төбәк ведомствоһында. – Кеше прививка эшләтергә һәм инфекцияларҙан һаҡланырға тейеш тигән инаныуҙы һәр кемгә еткерергә кәрәк – Европа иммунизация аҙналығының төп маҡсаты ошо».

http://www.bashinform.ru/news/1148902-vaktsiny-rabotayut-v-bashkirii-prokhodit-evropeyskaya-nedelya-immunizatsii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть