Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин бала тыуыуға йәки уны тәрбиәгә алыуға бәйле түләүҙәрҙе НДФЛ-дан азат итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин беренсе һәм икенсе бала тыуған йәки тәрбиәгә алған осраҡта айлыҡ түләүҙәрҙе физик берәмектәрҙең килеменә һалымдан азат иткән законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Известия» гәзите мәғлүмәте буйынса, беренсе һәм икенсе балаһы тыуған йәки тәрбиәгә алған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында закон Рәсәй биләмәһендә ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә. Түләүҙәр балаға йәш ярым тулғансы тәғәйенләнә. Уларҙы ярты йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге бар – бының өсөн яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Социаль түләүҙәрҙең күләме ил субъектында уҙған йылдың икенсе кварталы өсөн балаларға билдәләнгән йәшәү минимумына тиң.  

Бындай дәүләт ярҙамы социаль йүнәлешле булғанлыҡтан, закон был түләүҙәрҙе НДФЛ-дан азат итә. Закон баҫылып сыҡҡан көндән — 23 апрелдән көсөнә инә, тип хәбәр итә РИА Новости.

http://www.bashinform.ru/news/1148922-vladimir-putin-osvobodil-ot-ndfl-vyplaty-v-svyazi-s-rozhdeniem-ili-usynovleniem-rebenka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть