Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Татарстан Республикаһы башҡорттары мәҙәниәте көндәренең саралары үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә саралар үтте.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Татарстан делегацияһы «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорттар: үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәккә пландар» түңәрәк өҫтәле эшендә ҡатнашты, экскурсия менән Башҡортостандың Милли музейында, Бал йортонда, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында, Салауат Юлаев майҙанында булды, унда ҡунаҡтар милли батырыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр һалды.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә гала-концерт үтте. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотланы һәм ҡунаҡтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

«Был проекттың мөһим бурысы – башҡорт этносына иғтибар йәлеп итеү, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре араһында этник мәҙәниәтте киңәйтеү һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әминә Шафиҡова.

Гала-концерт программаһын ике республика артистары әҙерләгәйне. Башҡорт туйының үҙенсәлектәре «Гөлнәзирә» һәм «Сал Урал» фольклор ансамблдәре башҡарған музыкаль-бейеү композицияһында сағылыш тапты. Концертта шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Рэм Гәрәев, республика конкурстары лауреаттары Рөстәм Баһаув һәм Риф Аралбаев, «Татарстан Республикаһы башҡорттар ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы Ринат Мөхөтдинов, «Гөлкәй» халыҡ ансамбле сығыш яһаны.

Башҡорт драма театры сәхнәһендә башҡорт йырҙары, бейеүҙәре, шиғырҙары һәм йолалары башҡарылды. Сара аҙағында «Татарстан Республикаһы башҡорттар ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Ғәли Хәсәнов Ханты-Манси автономия округы – Югра башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтовҡа символик штандартты тапшырҙы.

Театр фойеһында төрлө продукция: «Тамға» ижади берләшмәһе (Туймазы) сувенирҙары, «Милләт байлығы» (Учалы) һәм «Ынйы» (Өфө) ижади берләшмәләренән милли стилдә биҙәүестәр, стилләштерелгән башҡорт кейем-һалым һәм аксессуарҙар, ҡумыҙ, ҡурай күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, виртуоз-музыкант Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте.

2007 йылдан башлап, этномәҙәни акция сиктәрендә Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙғарылды. Киләһе йыл сарала Ханты-Манси автономия округы башҡоттары ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1149075-v-ufe-proshli-meropriyatiya-dney-kultury-bashkir-respubliki-tatarstan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть