Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙың эшлекле даирәһен төбәктең инвестиция потенциалы менән таныштыра

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре башланды. Рәсми делегацияға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов инә.

Делегация сәфәренең тәүге көнө Ҡытайҙағы «SinomaGroup» милли сәнәғәт корпорацияһы вәкилдәре менән осрашыуҙарҙан башланды. Компания – цемент сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереү һәм инжиниринг, проект ҡарарҙар әҙерләү буйынса донъя лидерҙарының береһе.

Тяньцзинь цемент сәнәғәте проект-тикшеренеү институты корпорацияһының структура бүлеге вице-президенты Сун Дзинлян әфәнде менән осрашыу барышында Салауат районында цемент заводы төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа файҙаланырға күҙалланған технологик һәм инжиниринг ҡарарҙар тикшерелде. Проект-смета документтарын Рәсәй шарттарына яраҡлаштырыу мәсьәләләре өйрәнелде.

Дөйөм инвестиция күләме 11 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Заводтың проект ҡеүәте – тәүлегенә 5000 тонна клинкер. Сеймал Мөрсәлим эзбизташ ятҡылығынан килтереләсәк. Проект нигеҙендә – технологик, энергетик файҙалы һәм экологик етештереү урыны булдырырға мөмкинлек биргән цементты «ҡоро» алым менән етештереү буйынса яңы техноголик платформа. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарын етди үтәүгә айырым иғтибар бүленә. Етештереүҙең технологик процесын тирә-яҡ мөхиткә һәм урындағы халыҡҡа зыян килтермәйенсә ябыҡ схема буйынса төҙөү күҙаллана.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһы өсөн яуаплы Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов һүҙҙәренсә, 250-нән ашыу эш урыны булдырыласаҡ. Айырым этаптарҙа урындағы бизнесты йәлеп итеү, урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланыу күҙ уңында тотола.

Киләһе осрашыу цемент етештереү өсөн сәнәғәт ҡорамалдары сығарған корпорация заводында үтте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Предприятие Ҡытай Халыҡ Республикаһының иң яҡшы тәжрибәһен һәм алдынғы ҡаҙаныштарын ашырған.

Сәфәрҙең артабанғы көндәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры етәксеһе Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә делегация Сычуань провинцияһының эшлекле даирәһен республиканың иҡтисади һәм инвестиция потенциалы менән таныштыра. Провинция губернаторы, ҡала мэры Лэшань менән бер нисә осрашыу була. Ойошма тәжрибәһе һәм «TianfuWindows» зонаһы миҫалында юғары технологик кластерҙар эше менән таныштырыу планлаштырыла.

Белешмә. «Sinoma Group» корпорацияһына 70-ләгән бүлексә һәм холдинг компанияһы инә. Уның технологик һәм инжиниринг ҡарарҙарын Европала, Көньяҡ Америкала, Африкала, Урта Көнсығышта һәм Советтан һуңғы киңлек биләмәлендә файҙаланалар. Рәсәйҙә Тяньцзинь цемент сәнәғәте проект-тикшеренеү институты корпорацияның бүлексәһе менән Тула, Калуга һәм Рязань өлкәләрендә цемент заводтары төҙөү буйынса проекттар уңышлы ғәмәлгә ашырылған.

http://www.bashinform.ru/news/1148892-delegatsiya-bashkirii-predstavlyaet-investitsionnyy-potentsial-regiona-delovym-krugam-kitaya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть