Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Тоталь диктантты 99 кеше «бишле»гә яҙған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Тоталь диктантты 99 кеше «бишле»гә яҙған, TruD тесты буйынса — тағы ике «отличник», тип хәбәр итә ойоштороусылар. Былтыр 120 отличник булған.

«Тоталь диктант» акцияһы бөтөн донъя буйынса 14 апрелдә үтте. Рус телендә текстың өс өлөшөн Ер шарының алты ҡитғаһында яҙҙылар. Акция 227 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы, ул уҙған йыл менән сағыштырғанда 27 меңгә күберәк. Өфөлә диктантты 31 майҙансыҡта яҙҙылар. Акцияла Өфөнән 1741 кеше (2017 йылға ҡарағанда 194-кә күберәк) ҡатнашты.

Диктанттарҙы тикшереү буйынса эш бөтә эштәрҙе Башҡорт дәүләт педагогия университеты аудиторияһына тапшырғандан һуң башланды. 57 филолог – юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, мәктәп уҡытыусылары – ҡара төнгә тиклем өфөләрҙең текстары өҫтөндә эшләне. Һәр эш хата китмәһен өсөн ҡабат-ҡабат тикшерелде. «Бишле»гә дәғүә иткән эштәр кәмендә өс тапҡыр ҡаралды. Диктанттарҙы тикшереү буйынса эксперт комиссияһы рәйесе – филология фәндәре докторы, профессор, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рус теле кафедраһы мөдире Игорь Артюшков.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, беҙҙең сәғәт зонаһында ҡатнашыусылар теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдә тынышлыҡ билдәләрен ҡуйыу һәм «чересчур», «не спеша», «приобретали» орфограммалары менән ҡыйынлыҡтар кисергән.

«Тоталь диктант белгестәре һөҙөмтәләргә анализ яһаясаҡ, ә уның йомғаҡтары буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының һүҙлектәрҙе һәм белешмәләрҙе камиллаштырыу буйынса орфография комиссияһына тәҡдимдәр, шулай уҡ рус теле дәреслектәрен төҙөүселәр өсөн бер төркөм кәңәштәр әҙерләйәсәк», — тип комментарий бирҙе проект етәксеһе Ольга Ребковец.

http://www.bashinform.ru/news/1148839-v-ufe-totalnyy-diktant-na-otlichno-napisali-99-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть