Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» хоккей командаһы уйынсыларын һәм тренерҙарын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогы финалында еңеүе менән ҡотланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» хоккей командаһының өлкән тренеры Денис Афиногенов менән телефон аша әңгәмәлә уйынсыларҙы һәм тренерҙар штабын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогы финалында ышаныслы еңеүе менән ҡотланы.

Республика етәксеһе Өфө ҡыҙҙарының миҙгел буйына яйға һалынған уйынын билдәләне һәм командаға яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтте. Уның һүҙҙәренсә, кисәнге матч ысынлап та – ҡыҙыҡлы һәм хәрәкәтсән, ә һөҙөмтә законға ярашлы килеп сыҡты. Рөстәм Хәмитов команданы улар Мәскәү өлкәһенән әйләнеп ҡайтҡас шәхсән ҡотлаясағы хаҡында айырып әйтте.

Үҙ сиратында Денис Афиногенов республика Башлығына йылы һүҙҙәре һәм миҙгел дауамында булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ағиҙел» хоккей командаһы финал серияһында өсөнсө еңеү яуланы һәм үҙ тарихында тәүгә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яуланы һәм Рәсәй чемпионы булды. Мәскәү өлкәһенең «Торнадо»һына ҡаршы матч Дмитровта өфөләр файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланды. Серияла аҙаҡҡы иҫәп – 3:0.

http://www.bashinform.ru/news/1148953-rustem-khamitov-pozdravil-igrokov-i-trenerov-khokkeynoy-komandy-agidel-s-pobedoy-v-finale-kubka-zhkh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть