Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Мәләүез районы аграрийҙары республикала тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Мәләүез районының «Старт» крәҫтиән (фермер) хужалығы эшсәндәре Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө. Республика Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, улар 60 гектар майҙанға арпа сәскән.

«Яҙ һуңланы, ваҡыт уҙып бара, — тип билдәләне хужалыҡ етәксеһе Илдус Шәрипов. — Шуға күрә мөмкинлек булыу менән сәсеүгә сыҡтыҡ. Хужалыҡта бөтәһе мең гектарҙа бөртөклө культуралар сәсеү күҙаллана».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл, ужым культураларын ҡабаттан сәсеүҙе иҫәпкә алмайынса, бөтәһе 2,065 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда 131 мең гектарға күберәк.

Яҙғы культураларҙы 1,353 миллион гектар майҙанда сәсеү ҡаралған. Былтыр иһә 1,468 миллион гектарҙа сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө өсөн 48,7 мең гектар, көнбағышҡа — 216,2 мең гектар, мал аҙығы культураларына 858,8 мең гектар бүлеү күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1148742-agrarii-meleuzovskogo-rayona-pervymi-v-bashkirii-nachali-vesenniy-sev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть