Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Илдар Абдразаҡов Өфө сәнғәт институты студенттары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов Өфөлә студенттар өсөн оҫталыҡ дәресе бирҙе. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залына йәш йырсылар, педагогтар һәм мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре йыйылды, залда буш урындар юҡ ине. Өфө сәнғәт институтының махсус комиссияһы асыҡ дәрестә ҡатнашыусылар менән таныштырҙы. Улар – яңғыҙ йырлау кафедраһы студенттары Дамир Таипов, Рим Рәхимов, Салауат Кейекбаев, Илья Морозов, Артур Хисамов, Сергей Еромченко.

Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар башҡарыуында операларҙан ариялар тыңлағандан һуң, Илдар уларға профессиональ кәңәштәр бирҙе, нескәлектәр өҫтөндә эшләргә, йөкмәткеһе хаҡында уйланырға һәм фразаны күңел аша үткәрергә өйрәтте.

«Һүрәт төшөр, рәссам бул! «Беҙ һинең йөрәгеңде күрергә тейеш», «Мин штамптарҙы яратмайым», «Беҙ, йырсылар, кемдең нисек йырлағанын тыңлайбыҙ, һәм яңылыш хәтерҙә ҡалдырабыҙ, шуға күрә ноталарҙа нисек яҙылған, шулай ятларға кәрәк», «Залға ҡара, уға һөйлә, уның иғтибарын йәлеп ит!» — тәжрибәле артист яңы сәнғәт юлына аяҡ баҫҡан йәштәрҙе ошондай һүҙҙәр менән дәртләндерҙе.

Йырсы студенттарҙың һәр береһе менән иғтибарлы эшләне, уларҙың тауыштарын маҡтаны. Илдар Абдразаҡов әйтеүенсә, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан студенттарҙың береһе уның I Музыка фестиваленең гала-концертында ҡатнаша.

«Илдар Абдразаҡов 2000 йылда һоҡланғыс уҡытыусыбыҙ Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина класын тамамлаған. Бында уҡығанда уҡ Мария театрында эшләй башлағайны. Ул икенсе тапҡыр беҙҙә оҫталыҡ дәресен уҙғарырға ризалашты — уға ҙур рәхмәт. Уның беренсе оҫталыҡ дәресе бер нисә йыл элек булғайны, — тине Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Сәғитова. — Ул нимәгә ынтылыуын, нимә эшләргә кәрәклеген аңлай, белә, һәм һуңынан балаларыбыҙ мин дөрөҫ эшләйемме, дөрөҫ йырлайыммы тип уйлай. Илдар оҫталыҡ дәрестәрен итәғәтле үткәрә, образ хаҡында һөйләй. Студенттар уның оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнаша».

Көндөң тәүге яртыһында АҠШ-тан килгән виолончель оҫтаһы Борислав Струлев студенттарға оҫталыҡ дәресе бирҙе. Ул да Илдар Абдразаҡовтың Музыка фестивалендә ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1148685-ildar-abdrazakov-provel-master-klass-dlya-studentov-ufimskogo-instituta-iskusstv/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть