Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе төрлө йүнәлешле вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

26 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында бөтә төр иҡтисади эшмәкәрлек һәм милек формаһындағы предприятиелар ҡатнашлығында вакансиялар йәрминкәһе була.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эш эҙләүселәр өсөн администратор, бетон ҡойоусы, водитель, инженер, кондуктор, кондитер, ҡыйыҡ ябыусы, ташсы, контролер, төҙөлөш һәм монтаж эштәре оҫтаһы, шәфҡәт туташы, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, уҡытыусы, балта оҫтаһы, һатыусы, автомобиль йүнәтеү слесары, мебель йыйыусы, слесарь-сантехник, тракторсы, токарь, штукатур, газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр бар.

Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1148710-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-raznoprofilnykh-vakansiy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть