Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнөң тиҙлеге түбәнәйә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ағымдағы йылдың тәүге өс айында Башҡортостанда бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 369,3 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Ул былтырғыға ҡарағанда 10 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Ғәҙәттәгесә файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙың байтаҡ өлөшө шәхси төҙөлөштәргә тура килә – дөйөм алғанда 290 мең квадрат метрҙан ашыу. Предприятиелар һәм ойошмалар өлөшө 79 мең «квадрат» торлаҡтан артып киткән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса республикала беренсел торлаҡ баҙарында «Бөтә фатир төрҙәре» категорияһында һатып алыусыларға бер «квадрат» 54,6 меңгә төшкән.

Урта йәки типлы сифаттағы фатирҙарҙың квадрат метры 49,1 мең һумға баһаланған, яҡшыртылған – 59,3.

Башҡортостанда икенсел торлаҡ баҙарында фатир хаҡы бер аҙ түбәнерәк – «квадрат» өсөн 51,6 мең һум. Түбән сифаттағы фатирҙар тағы ла осһоҙораҡ – «квадрат» өсөн 45,2 мең, урта сифатлы – 21, яҡшыртылған – 54 мең һум.

http://www.bashinform.ru/news/1148696-tempy-stroitelstva-zhilya-v-bashkirii-snizhayutsya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть