Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Бәхет өсөн күпме аҡса кәрәк – һорау алыу

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Әлеге мәлдә Рәсәйҙә йәшәгән кешегә бәхет өсөн айына 159 мең һум аҡса кәрәк. Был уҙған йылдың авгусы менән сағыштырғанда 14% кәмерәк. Апрель айында Superjob порталы үткәргән тикшереү мәғлүмәттәре шундай. Унда 2 500 кеше ҡатнашҡан.

Һорау алыу барышында Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ярлылыҡ сиге ил буйынса алғанда юғарыраҡ һәм әле 22 мең һум тәшкил итә.

Байлыҡ тураһында төшөнсә менән дә ошоға оҡшаш хәл. Мәскәүҙә был сумма 566 меңгә етә, Санкт-Петербургта — 511 мең һум.

Бәхет өсөн Рәсәйҙең баш ҡалаһында әле Нева буйындағы ҡалаға ҡарағанда шаҡтай күберәк аҡса кәрәк — 212 һәм 166 мең һум.

Төбәктәрҙә айлыҡ килеме 18 мең һум тәшкил иткән кешене ярлы тип иҫәпләү ҡабул ителгән. Бай булыу өсөн 425 мең һум кәрәк. Бәхет өсөн 150 мең һум да етә, тип иҫәпләйҙәр төбәктәрҙә.  

http://www.bashinform.ru/news/1148649-skolko-deneg-nuzhno-dlya-schastya-opros-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть