Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Еңеү көнөн байрам итеү барышында 20 мең Георгий таҫмаһын таратыу күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда Еңеү көнө уңайынан «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана. «Башинформ» агентлығына республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә ошондай тәүге акция 24 апрелдә уҙғарыла. Ирекмәндәр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының икенсе корпусы эргәһендә (Ленин урамы, 10) Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең символына әүерелгән таҫмалар тарата. Иртәгә Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ, Новая Отрадовка, Николаевка һәм Рязановка ауылдарында ла ошо акция башлана. Ғәҙәттәгесә, «Георгий таҫмаһы» акцияһы бөтә республикала ойошторола һәм 9 Майға тиклем дауам итә. Башҡортостанда быйыл ирекмәндәр 20 мең Георгий таҫмаһын таратыр тип күҙаллана. Акцияны ойоштороусылар — «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре менән берлектә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы

http://www.bashinform.ru/news/1148482-glava-minstroya-rossii-mikhail-men-nazval-bashkortostan-v-chisle-samykh-blagoustroennykh-regionov-st/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть