Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ министры Башҡортостанды илдең иң төҙөк төбәктәре иҫәбенә индерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы Михаиль Мень Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында RT телеканалына биргән интервьюһында илдең иң төҙөк төбәктәрен атаны.

«Төҙөкләндереүгә килгәндә, Мәскәү, Санкт-Петербург хаҡында, Татарстан, Башҡортостан кеүек төбәктәр тураһында һөйләй алабыҙ. Мәскәү өлкәһендә төҙөк ҡалалар,  Рәсәйҙең көньяғында — Ростов өлкәһендә, Краснодар крайында төҙөк муниципаль берәмектәр бар», — тине Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры.

Ведомство махсус төҙөкләндереү стандарттарын һәм ҡала мөхитен үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы баһалау өсөн йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стандарттарын әҙерләй, тип өҫтәне Михаил Мень.

http://www.bashinform.ru/news/1148482-glava-minstroya-rossii-mikhail-men-nazval-bashkortostan-v-chisle-samykh-blagoustroennykh-regionov-st/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть