Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Яҡташыбыҙ Зарема Шәйхетдинова туған телендәге йыр менән «Һин супер» проектының жюри ағзаларын әсир итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Әбйәлил районынан 15 йәшлек Зарема Шәйхетдинова башҡорт телендәге йыр менән «Һин супер» проектының жюри ағзаларын әсир итте. Уларҙың барыһы ла йәшел төймәгә баҫты. Балалар йортонда тәрбиәләнгән ауыр яҙмышлы ҡыҙыҡай «Рәхмәтлемен атай, әсәйемә» йырын тәҡдим итте. Жюри ағзалары йәш йырсының оҫталығын һәм күңел һалып башҡарыуын билдәләне.

Бынан алда Зарема проектта бәхетле осраҡ буйынса һәм халыҡ йыры арҡаһында тороп ҡалғайны. Тәүҙә ул «Titanium» йыры менән сығыш яһаны, ләкин жюри ағзалары, ҡыҙ йырҙы дөрөҫ һайламаған тигән фекергә килеп, унан халыҡсан йыр башҡарыуын һораны. Яҡташыбыҙ башҡорт телендә «Бер алманы бишкә бүләйек» йырын йырлап күрһәтте.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирек финалда сығыш яһағандан һуң Зарема Шәйхетдинова проекттан төшөп ҡалды. Ярымфиналға Краснодар крайынан Зеновия Сверчкова, Латвиянан Артем Семенов, Архангельск өлкәһенән Эльвира Филатова үтте. Өфөнән 9 йәшлек Анжелика Лазарева ла ярымфиналға сыҡты. Ул жюриҙы тылсымлы тауышы һәм һәләте менән әсир итте.

«Һин супер» халыҡ-ара йыр конкурсында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҡатнаша. Музыкаль ғаиләлә донъяға килгән Зарема Шәйхетдинова биш йәшендә атаһын юғалтҡан, әсәһе эсә башлаған, шул рәүешле ҡыҙ ҡустыһы менән балалар йортона эләккән. Ике йыл элек атай урынына ҡалған ике туған ағаһы ла вафат булған. Әле Зарема балалар йортонда йәшәй. Ҡайһы берҙә әсәһе килеп китә, ләкин балаларын өйөнә алып ҡайтырға йыйынмай. Анжелика Лазареваны тәрбиәгә алған ата-әсәһе ҡарай. Улар сабыйҙы өс йәшенән бирле тәрбиәләй. Балалар йортона ул ике йәшендә ата-әсәһе вафатынан һуң килеп эләгә. Ҡыҙыҡай үҙенең өләсәһе менән олатаһын күрергә хыяллана.

http://www.bashinform.ru/news/1148380-zarema-shaykhitdinova-iz-bashkirii-poluchila-ot-zhyuri-proekta-ty-super-chetyre-zelenye-knopki-za-pe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть