Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дмитрий Шаронов нефть химияһын эшкәртеү институты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Элекке вице-премьер Дмитрий Шаронов «Башҡортостан Республикаһының нефть химияһын эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. 1997 йылдан институтҡа етәкселек иткән Эльдар Теләшев — директор урынбаҫары һәм ғилми етәксе.

Әле республикалағы төп инжиниринг үҙәге ҡатмарлы осор кисерә. Институт дәүләт унитар предприятиеһынан акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә, миллионлыҡ бурыстары бар.

48 йәшлек Димтрий Шаронов — Мәскәүҙәге «Сколково» идара итеү мәктәбе президенты Андрей Шароновтың бер туғаны. Ул нефть химияһын эшкәртеү институты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡара.

Дмитрий Шаронов авиация институтын тамамлаған. 2012 йылдан 2016 йылдың декабренә тиклем Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары булып эшләгән, сәнәғәт, иҡтисад, инновациялар блогы өсөн яуап биргән. Быға тиклем Өфө дәүләт авиация техник университетының ғилми секретары, Стратегик асыштар үҙәге етәксеһе булған, чиновник карьераһына тиклем шәхси структураларҙа эшләгән.

http://www.bashinform.ru/news/1148301-v-ufe-institut-neftekhimpererabotki-vozglavil-dmitriy-sharonov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть