Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

Республикала яңы Ка-226Т медицина вертолетын сығара башлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда Күмертау авиация етештереү предприятиеһы яңы Ка-226Т медицина вертолетын етештерәсәк.

Еңел күп маҡсатлы Ка-226Т вертолетының медицина төрө Рәсәй авиацияһында хуплау тапты. Тейешле документ быйыл март айында тапшырылды. Вертолет медицина-эвакуация һәм медицина-реанимация төрҙәрендә сығасаҡ.

Медицина-эвакуация төрө ике зыян күреүсене ташыу өсөн носилкалар, кислород баллондары, кәрәкле медицина ҡорамалдары йыйылмаһы менән йыһазландырыла. Вертолетта медицина персоналы өсөн күтәрелеп ҡуйыла торған ултырғыстар ҡаралған.

Медицина-реанимация Ка-226Т вертолеты бер зыян күреүсене һәм осош барышында ярҙам күрһәтеү өсөн ике медицина хеҙмәткәрен урынлаштырырға мөмкинлек бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1147590-v-bashkortostane-budut-vypuskat-novyy-meditsinskiy-vertolet-ka-226t/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть