Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар үҙгәрҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Набиева/.

Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия биреү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының төбәк стандарттары билдәләнгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләүе йылылыҡ энергияһына сикке хаҡтан сығып билдәләнәсәк. Рәсәй Хөкүмәте тейешле ҡарар ҡабул иткән. Сара йылылыҡ тәьминәте – йылылыҡ энергияһы баҙарының маҡсатлы моделе өлкәһендә яңы хаҡ яһалышы моделен индереү менән бәйле. Министрҙар кабинеты сайтында аңлатыуҙарынса, йылылыҡ тәьминәтенең хаҡ зоналарында йылылыҡ тәьминәте өлкәһендәге бөтә тарифтарҙы дәүләт көйләүенән һуңғы ҡулланыусы өсөн йылылыҡ энергияһына тик сикке хаҡҡа билдәләүгә күсеүҙе күҙ уңында тота. Бындай сикке хаҡ үҙәкләштерелгән йылылыҡ тәьминәтен алмаштырыусы альтернатив йылылыҡ энергияһы сығанағынан (альтернатив ҡаҙанлыҡ) йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеү хаҡынан билдәләнәсәк. Индерелгән үҙгәрештәр буйынса, граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләүе «Йылылыҡ тәьминәте тураһын»дағы Федераль законға ярашлы йылылыҡ тәьминәтенең хаҡ зонаһында билдәләнгән йылылыҡ энергияһына (ҡеүәтенә) сикке хаҡтар кимәленән сығып билдәләнәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1148352-subsidii-na-oplatu-zhilogo-pomeshcheniya-i-kommunalnykh-uslug-izmeneny/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть