Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

«Голос.Дети» проекты финалисы Марсель Сабиров Леонид Агутин менән йырланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Элеонора Сехлян/.

Беренсе каналда «Голос.Дети» юбилей йыр проектының еңеүсеһе аталды. Ул – Ырымбурҙан 11 йәшлек Рутгер Гарехт. Әйткәндәй, уның бер туған апаһы Өфө сәнғәт институтында белем ала.

«Голос» проектының биш йыллығына был шоуҙы ойоштороусылар ошо һәм алдағы миҙгелдәге иң сағыу ҡатнашыусылар, шулай уҡ өлкән коллегалар һәм остаздары ҡатнашлығында концерт әҙерләне. Мәскәүгә Өфөнән «Голос. Дети-3» финалисы Марсель Сабиров та саҡырылды.

«Шылтыратып, Мәскәүгә саҡырғас мин бик шат булдым. Ойоштороусылар бик матур лирик йыр йырларға тәҡдим итте, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин баш тартырға мәжбүр булдым. Минең хәҙер бөтә малайҙар өсөн ғәҙәти булған үҫмерҙәр осоро бара, был ваҡытта йырларға кәңәш ителмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ике йыл күрешмәгән менән дуҫтарым осрашыуҙан баш тарта алманым, шуға барҙым. Мин беҙҙең өсөнсө миҙгелдә хушлашыуҙа башҡарған финал йырҙы йырлай алдым, — тип уртаҡлашты Марсель. — Әммә иң нығырағы остазым менән осрашыуҙы көттөм».  

13 йәшлек Өфө егете Леонид Агутиндың тәрбиәләнеүселәре осрашырға бик шат булыуын һөйләне.

«Бөтәһе лә үҫкән, үҙгәргән, — тип һөйләй Марсель. — Леонид Николаевич миңә ҡул ҡыҫырға килгәндә «О, ир-егет тә баһа!» тине миңә. Уға мин, эйе үҫтем, тип яуапланым. Әлбиттә, ул шунда уҡ минең «мутацияны» күреп ҡалды. Дәртләндерҙе, уның аша бөтә малайҙар үтә, сабыр булырға һәм көтөргә кәрәк тине».

«Голос. Дети» проектының биш йыллығына арналған концертты Беренсе каналда 27 апрелдә күрһәтәләр.

http://www.bashinform.ru/news/1148042-finalist-proekta-golos-deti-marsel-sabirov-spel-s-leonidom-agutinym/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть