Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова – Рәсәй чемпионатының бронза призеры

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандан биш спортсы Мәскәүҙә йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында республика намыҫын яҡлай. Никита Демихов, Дмитрий Кустиков, Дмитрий Минеев, Артем Суслов һәм Полина Егорова башҡа төбәктәрҙән 670 йөҙөүсе менән бергә наградалар өсөн көрәшә.

Полина Егорова шәхси копилкаһына ярыштарҙың бер бронза миҙалын һалды ла инде. Салауаттан Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе 200 метр арауыҡты арҡала йөҙөүҙән һуң өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Свердловск өлкәһенән Дарья Устинова беренсе урын алды, Владимир өлкәһенән Анастасия Авдеева икенсе булды.

Чемпионат 25 апрелгә тиклем дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1148408-bashkirskaya-plovchikha-polina-egorova-bronzovyy-prizer-chempionata-rossii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть