Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Альтернатива» ИнваҮҙәгендә булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Уҙған көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов техник реаблитиция сараларын ремонтлауҙа, ҡуртымға биреүҙә һәм һатыуҙа махсуслашҡан «Альтернатива» ИнваҮҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙналалағы «тура бәйләнеш»тә «Альтернатива» төбәк коляскала хәрәкәт итеүсе инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Михаил Петров республика Башлығына ИнваҮҙәк бинаһын ремонтлауҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте һәм был социаль әһәмиәтле проектты ғәмәлгә ашырыу барышы менән танышырға саҡырҙы.

Ойошма рәйесе Таньяна Селезнёва һүҙҙәренсә, был үҙәк үҙенең функцияһы буйынса Рәсәй өсөн уникаль булып тора. Ул өс йыл элек асылған инвалидтар өсөн кресло-коляскалар ремонтлау буйынса оҫтахана нигеҙендә ойошторолған.

2017 йылдың ноябрендә ИнваҮҙәк 2,45 миллион һум күләмендә Президент грантын отто. Беренсе транш иҫәбенә станоктар, иретеп-йәбештереү һәм тәгәрмәс алмаштырыу ҡорамалдары, ҡоралдар йыйылмаһы, дрелдәр, болгаркалар, тотола торған материалдар һатып алған, интернет үткәргән.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам итеү министрлығы үҙәккә мәшғүл булмаған инвалидтар өсөн эш урындары булдырыуға 837 мең һум күләмендә субсидия бүлгән. Был аҡсаға шкафтар, өҫтәлдәр, ултырғыстар, компьютерҙар, верстактар һәм күтәреү механизмары һатып алғандар. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыған 10 инвалидты эшкә урынлаштырған. Ҡараусылар ярҙамында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн стажировка ойошторолған. Киләсәктә стажировкаға коррекция кластарында уҡыусыларҙы һәм урта махсус профессиональ белем биреү йорттары инвалид-студенттарын саҡырыу күҙаллана.

ИнваҮҙәктең Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды менән хеҙмәттәшлеге көйгә һалынған. Былтыр 600-ҙән ашыу берәмек техник реабилитация сараһы йүнәтелгән. Өфөләге мәшғүллек үҙәктәре менән берлектә ИнваҮҙәк тәрбиәселек, йәмәғәт эштәренә кешеләрҙе йәлеп итеү буйынса программаларҙа әүҙем ҡатнаша.

Әлеге ваҡытта ИнваҮҙәк урынлашҡан бинаны яңыртыу буйынса мәсьәлә киҫкен тора. Бында йылылыҡ трассаһын модернизациялау, йылылыҡ, һыу тәьминәте һәм бина эсендә һыу түгеү системаларын алмаштырыу буйынса капиталь ремонт дауам итә. Шул уҡ ваҡытта эштәрҙе тамамлау өсөн өҫтәмә финанслау талап ителә. Бынан тыш, үҙәккә конструкторҙар бюроһын, инвалидтарға автомобиль өсөн ҡулдан ҡорамалдар эшләү буйынса участка урынлаштырыу, шулай уҡ стажировкаға килгән балаларға ҡунаҡ бүлмәләре, бында сығарылған техник реабилитация сараларының күргәҙмә майҙансығын ойоштороу өсөн өҫтәмә майҙансыҡтар кәрәк.

Таньяна Селезнёва һүҙҙәренсә, үҙәк хеҙмәткәрҙәре бинаның алыҫ, сәнәғәт зонаһында тиерлек, урынлашыуы менән ҡыйынлыҡтар кисерә. Эш урынына барып етеү өсөн ҡайһы берәүҙәргә бер нисә транспортты алмаштырырға тура килә. Ә үҙәктең үҙ транспорты юҡ.

Республика Башлығы бында төҙөкләндерелгән һәм етештерелгән төрлө техник реабилитация саралары менән танышты, етештереү бүлмәләрен ҡараны, бинаның торошон баһаланы.

— Әлбиттә, был тейешле вариант түгел. Ул асыҡтан-асыҡ. Беҙ уйларбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер һеҙҙең темағыҙ менән шөғөлләнә башланыҡ. Тимәк, барыһын да эшләрбеҙ. Сөнки идея бик дөрөҫ.

ИнваҮҙәктә Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзалары, министрҙар, үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Үҙәкте үҫтереү перспективалары, финанс-иҡтисади, милек, транспорт тәьминәте мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә тейешле йөкләмәләр әҙерләнде. Республика Башлығы проекттың артабанғы ғәмәлгә ашырылыуына Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы буласағын билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1148102-rustem-khamitov-posetil-invatsentr-alternativa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть