Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә водителдәрҙе тикшереү башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Дүшәмбе, 23 апрелдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында транспорт ағымында водителдәрҙе тикшереү башланды. Атап әйткәндә, Өфө ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, экипаждар Затон биҫтәһе аша ҡалаға ингән ерҙә тора.

«Айырыуса юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуға, тәү сиратта транспортҡа иҫерек килеш идара итеүгә, шулай уҡ балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуға ҙур иғтибар бүлеү күҙаллана. Үтеп барған автотранспортты туҡтатҡанда һәр водителде тикшерәләр», — тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһынан.

Юл полицейскийҙары әүҙемселәрҙе һәм вайымһыҙ булмағандарҙы полицияның дежур бүлегенә (02) йәки ҡаланың ЮХХДИ юл-патруль хеҙмәтенә (237-02-02, 237-84-80) Өфө юлдарындағы хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итеүҙәрен һорай.

http://www.bashinform.ru/news/1148166-v-gibdd-nazvali-rayon-ufy-gde-s-ponedelnika-startuet-massovaya-proverka-voditeley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть