Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт теле буйынса региональ диктантты Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә яҙҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл һигеҙ меңдән ашыу кеше «Башҡорт теле буйынса региональ диктант»та ҡатнашты. Был акция дүртенсе тапҡыр үтте һәм ул йылдан-йыл башҡортса дөрөҫ яҙыу буйынса тағы ла күберәк үҙ белемен тикшереп ҡарарға теләүселәрҙе йыя.

«Башҡорт дәүләт университетының ике ҙур аудиторияһы ла тулы булыуы мине ҡыуандырҙы, — тип «Башинформ» агентлығы менән уртаҡлашты акцияның дәртләндереүсеһе Рәшиҙә Мәһәҙиева. — Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл башҡорт теле буйынса диктантты Башҡортостан һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр генә яҙманы, беҙгә Төркиә, Болгария һәм Польша халҡы ла ҡушылды».

Башҡорт дәүләт университетының Көнсығыш илдәрен һәм башҡорт телен өйрәнеү кафедраһы мөдире Гөлфирә Абдуллина һүҙҙәренсә, теләгән һәр кем донъяның теләһе ҡайһы нөктәһенән университет сайтындағы шәхси кабинетҡа инеп, Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» әҫәренән өҙөктө тыңлай алды. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов уҡыны.

«Элемтә менән өҙөклөк булғандар диктанттың видеояҙмаһын алдан алды, әммә уны Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да ғына ҡабыҙҙы», — тип асыҡлыҡ индерҙе ойоштороусылар.

Ойоштороусы Рәшиҙә Мәһәҙиева билдәләүенсә, текст фәлсәфәүи һәм патриотик булды.

«Башҡорт теле буйынса региональ диктант»ты Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ла яҙҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда акцияға 7742 кеше ҡушылды.

http://www.bashinform.ru/news/1148109-regionalnyy-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-2018-pisali-ne-tolko-v-rossii-no-i-za-rubezhom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть