Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан уҡсылары Рәсәй беренселегенән «алтын» һәм «көмөш» алып ҡайтты

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостан вәкилдәре Алуштыла (Ҡырым) уҡтан атыу буйынса Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Йәштәр «Классик уҡ» төркөмөндә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

«Юниорҙар араһында Рухулла Набилл еңеү яуланы. Егеттәр араһында (2001-2004 йылдарҙа тыуғандар) Стас Черемескин икенсе урын алды. Ҡыҙҙар араһында (2011-2008 йылдарҙа тыуғандар) тәрбиәләнеүсебеҙ Элина Шәрипова етенсе һөҙөмтә күрһәтте», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрылығының матбуғат хеҙмәтендә.

Беренселектең киләһе этабы Өфөлә үтә. Ярыштарҙы 1-6 июндә «Аҡбуҙат» ипподромы ҡабул итә.

Билдәләп үтергә кәрәк, «Ҡырым ярыштары» йомғаҡтары буйынса Рәсәй йыйылмаһы билдәләнде. Ул 2018 йылдың 12-20 майында Италияла Европа кубогында сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүселәре: Рухулла Набилл, Стас Черемискин һәм Элина Шәрипова ошо исемлеккә инде.

http://www.bashinform.ru/news/1148153-luchniki-iz-bashkirii-privezli-s-pervenstva-rossii-dve-zoloto-i-serebro/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть