Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына наградалар тапшырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына республиканың дәүләт наградаларын һәм наградалар тапшырҙы. Тантаналы сара Урындағы үҙидара көнөнә арналды.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы ассоциацияһының 2013 йылдан алып Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсына йомғаҡ яһауын иҫкә төшөрөп үтте.

Был конкурс ҡала округтары, урта һәм кесе муниципаль берәмектәр өсөн 10 номинация буйынса уҙғарыла. Барлыҡ муниципалитеттар ҙа ошо конкурста әүҙем ҡатнаша, эштәрен күрһәтә, тип билдәләне республика башлығы. Шуныһы мөһим: муниципалитеттар үҙ эшен йылдан-йыл яҡшырта һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә.

«Муниципаль власть һәр йәһәттән бик мөһим. Был кешегә иң яҡын власть, ул көн һайын хәл итеү талап ителгән мәсьәләләр, проблемалар, бурыстар менән осраша», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, кисә уҙған «тура элемтә»лә республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең күпселеге урындағы власҡа ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.

«Әлбиттә, беҙ ошо мәсьәләләрҙе өйрәнеп, хәл итеү өсөн һеҙгә тапшырырбыҙ. Зинһар өсөн, иғтибар менән ҡарағыҙ, үҙаллы нимә эшләргә мөмкин —  эшләгеҙ. Ярҙам кәрәк булған ерҙә, һис шикһеҙ, булышлыҡ итербеҙ. Ҡасабаларҙағы идара итеү органдарын — ерҙә эшләгән власть кимәлен дә йәлеп итегеҙ. Бергәләп халыҡҡа әлеге көндә булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ», — тип билдәләне төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитов наградаға лайыҡ булғандарҙың һәммәһенә лә һаулыҡ, уңыштар теләне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

http://www.bashinform.ru/news/1147769-rustem-khamitov-vruchil-nagrady-laureatam-konkursa-luchshee-munitsipalnoe-obrazovanie-respubliki-bash/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть