Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66

EUR 72.11

27 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика парламенты Башҡортостан башлығына килгән мөрәжәғәттәрҙе өйрәнеүгә ҡушыла — Константин Толкачев

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт — Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән һөйләшеү»гә үҙ фекерен белдерҙе.

«Республика халҡының Башҡортостан башлығы менән ошондай форматта аралашыуы сираттағы тапҡыр иҡтисад, социаль именлек, экология, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү өлкәһендәге иң сетерекле мәсьәләләрҙе асыҡларға мөмкинлек бирҙе, — тине Константин Толкачев. — Ҡатмарлы, киҫкен темалар ҙа аҙ булманы, ләкин республика Башлығы бөтә һорауҙарҙа ла компетентлыҡ күрһәтте, уларҙың һәр береһенә яуап бирҙе, булған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне. Рөстәм Хәмитов граждандарҙың һәр мөрәжәғәтен иғтибарға алыуға, ғәмәлгә ашырыуға етди ҡарай».

Республика башлығының «ҡыҙыу элемтәһе»нә 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт килеүе бер аҙ һағайта, тип билдәләне Константин Толкачев.

«Был кешеләрҙең үҙ проблемаларын башҡа ысул менән хәл итә алмауы һәм төбәк башлығына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булыуы хаҡында һөйләй. Урындарҙа эшләгәндәр өсөн был сигнал булып тора, — халыҡтың мөрәжәғәттәренә иғтибарлыраҡ ҡарарға кәрәк», — тине төбәк парламенты спикеры.

Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Башлығына килгән мөрәжәғәттәрҙе өйрәнеүгә ҡушыла, тип билдәләне ул.

«Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн закон сығарыу характерындағы саралар талап ителеүе мөмкин. Депутаттар бындай эшкә әҙер», — тине Константин Толкачев.

http://www.bashinform.ru/news/1147376-parlament-respubliki-podklyuchitsya-k-izucheniyu-obrashcheniy-k-glave-bashkortostana-konstantin-tolk/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть