Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов ашлыҡты артыҡ етештереү хаҡында һөйләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Уҙған йылда рекордлы уңыш алынды, малсылыҡта һауым арта. Шуның менән бергә ауыл хужалығы продукцияһына һатып алыу хаҡтары мәсьәләһе киҫкенләшә, агропроизводство һөҙөмтәлелеге лә кәмей. Крәҫтиәндәргә ярҙам итеү өсөн ниндәй саралар күрелә?» — тура элемтә барышында республика башлығына ошондай һорау менән мөрәжәғәт иттеләр.

«Ауыл хужалығы, һис шикһеҙ, өҫтөнлөккә эйә. Был нисек кенә сәйер яңғырамаһын, хәҙер беҙ ашлыҡты артыҡ етештереү мәсьәләһе менән осрашабыҙ. Уҙған йылда рекордлы, 4 миллион самаһы уңыш йыйҙыҡ, ә хаҡ төштө. Ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса игенгә хаҡ үҙҡиммәтенән түбәнерәк булып сыҡты. Келәттәр ашлыҡ күп, һумға бәйле хәл ашлыҡҡа хаҡты арттырыу өсөн мөмкинлек бирер, бәлки. Үҙгәрештәр бар. Ләкин беҙгә 4-10 миллион тонна ашлыҡ етештерергә ярамай, баланс булырға тейеш, республикабыҙға 2 миллион тонна кәрәк, улар — иген, орлоҡтар, фураж. Шуға бәйле ашлыҡты мал аҙығы сифатында файҙаланырға мөмкин булһын өсөн эре малдар һанын арттырырға мәжбүрбеҙ. Дәүләт был мәсьәләләрҙе күҙәтә һәм ауыл хужалығы мәнфәғәттәрен яҡлай», — тине Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1147221-rustem-khamitov-rasskazal-o-pereproizvodstve-zerna-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть