Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Күмертау төҙөкләндереү буйынса проектты федераль конкурсҡа сығарҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Күмертау бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә иң яҡшы проекттарҙы һайлап алыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 20 апрелдә, ҡала командаһы республика хөкүмәтендә үҙенең проектын яҡланы, улар Еңеү паркын һәм уның эргәһендәге Тыныслыҡ майҙанын төҙөкләндереү концепцияһын тәҡлим итте. Проект «Еңеү» берҙәм тарихи-мемориаль комплексын булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Хәҙер ҡала федераль этапта ҡатнаша, һәм еңеү яулаған осраҡта проектты ғәмәлгә ашырыуға 100 миллион һумға тиклем аҡса алыу хоҡуғына эйә була.

http://www.bashinform.ru/news/1147723-kumertau-vystavil-na-federalnyy-konkurs-proekt-po-blagoustroystvu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть