Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов алдағы йылдарҙа Башҡортостанда төҙөлөргә тейешле яңы һаҡлау һаҡлау объекттары тураһында һөйләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән һөйләшеү» барышында Рөстәм Хәмитов алдағы йылдарҙа Башҡортостанда төҙөлөргә тейешле яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары хаҡында һөйләне.

«Быйыл беҙ өҫтәмә килем алдыҡ: 16,5 миллард. Был — «Башнефть» компанияһының «Система» акционерҙар финанс корпорацияһынан суд ярҙамында алған сумманан һалымға килем. Мин ошо аҡсаның бер өлөшөн яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул иттем, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Сәләмәтлек, медицина темаһы һәр саҡ тәүге планға сыға. Бер яҡтан, беҙҙә йәшәү сифаты яҡшыра, икенсенән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә талаптар арта бара».

Республика башлығы әйтеүенсә, күҙгә күренеп торған үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, бында хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ: белгестәр, ҡорамалдар, дауаханалар етешмәй.

«12,5 -13 миллиард һумға тиҫтәнән ашыу ҙур һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — 2019 йылда онкология диспансерының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырыла. Элекке корпус бөтөнләй иҫкергән. Ауыр сирлеләр ятҡан дауаханала шарттар бик насар, шуға күрә киләһе йылда ике миллиардлы объектты сафҡа индерәбеҙ һәм ошо йәһәттән онкология диспансерында хәл яҡшырыр тигән ышаныстамын».

Республика етәксеһе билдәләп үткән тағы бер объект — кардиология үҙәге. Рөстәм Хәмитов әйткәнсә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары тәүге урында тора. Башҡортостанда вафат булғандарҙың яртыһы — йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирлеләр.

«Кардиология үҙәге лә заман талаптарына яуап бирмәй. Беҙгә уны яңыртырға кәрәк. Яҡынса алты миллиард һумға майҙаны 36 мең квадрат метрлыҡ яңы комплекс төҙөү күҙаллана. Сағыштырыу өсөн: Конгресс-холдың майҙаны — 30 мең квадрат метр. Яңы үҙәкте заманса техника менән йыһазландырыу, заманса операция бүлмәләре, технологиялар ҡаралған. Быйыл беҙ уны төҙөй башларға тейеш», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

2018 йылда Дүртөйлөлә һәм Туймазыла ике балалар поликлиникаһын төҙөү башлана. Һәр береһенең хаҡы — 400 миллион һум.

2019 йылда Бөрөлә акушерлыҡ корпусын һала башлау күҙаллана. Унда поликлиника ла асыла. Был ҡалала объекттарҙың дөйөм хаҡы — 800 миллион һум самаһы.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы эргәһендә 20 миллиард һумға ҙур һаулыҡ һаҡлау объекты — яңы поликлиника төҙөлә. Әле ул иҫке бинала урынлашҡан. Эштәр ағымдағы йылда башлана.

Учалыла ла яңы хирургия корпусы һалына. Өфөләге 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында, 3-сө бала табыу йортонда яңы корпустар асыла.

Октябрьскийҙа хиругия корпусына капиталь ремонт яһарға тейештәр.

Бынан тыш, 2018 йылда барлыҡ һаулыҡ һаҡлау объекттарын ремонтлауға миллиард һум йүнәлтелә. 20-25 миллиард һумға ремонт үткәрелә.

Поликлиникалар эше хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов республиканың «Һаҡсыл поликлиника» форматына күсеүен билдәләне.

«Бындай поликлиникаларҙа элекке регистратуралар, сираттар юҡ, табипҡа яҙылыу заманса форматта ғәмәлгә ашырыла, — тине Башҡортостан Башлығы. — 2019 йылда республикалағы бөтә поликлиникалар һаҡсыл форматына күсә».

Йәмғиәтебеҙ сифатлы һаулыҡ һаҡлауға мохтаж, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

«Заманса һаулыҡ һаҡлауҙан, заманса дауахана һәм клиникаларҙан тыш беҙ Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡуйған маҡсатҡа ирешә алмайбыҙ. 2030 йылда илдә көтөлгән уртаса ғүмер оҙайлығы 80 йәш булырға тейеш. Бөгөн республикала ул 71,5 тәшкил итә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Медицина, һаулыҡ һаҡлау, һис шикһеҙ, өҫтөнлөккә эйә. Ошо йәһәттән эшләрбеҙ һәм Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре кимәленә етербеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1147123-rustem-khamitov-rasskazal-o-novykh-obektakh-zdravookhraneniya-kotorye-budut-postroeny-v-bashkirii-v-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть