Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика етәксеһе Африка студенттарынан башҡорт бейеүен әҙерләүҙәрен һораны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө нефть техник университетын тамамлаусы, «ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәте стажеры, Башҡортостан Республикаһында Африка студенттары союзын ойоштороусы, «Башҡортостан Республикаһының йыл студенты – 2017» конкурсы еңеүсеһе, Анголанан Эштейта Матеуш Антониу тура эфирҙа Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирҙе.

Эштейта Матеуш республика Башлығы менән башҡорт телендә һаулыҡ һорашты һәм бында алты йыл йәшәгәнгә күрә үҙен «афробашҡорт» итеп һанауын хәбәр итте.

«Бында килгәндә өйрәнеп китеүе ауыр булды. Ләкин башҡорт халҡының изгелегенә һәм университетта булдырылған шарттарға күрә тиҙ яраҡлашып киттек, — тип һөйләне Матеуш. — Уҡыған ваҡытта Башҡортостандың бай мәҙәниәтенә үтеп индек. «Мин башҡорт телен өйрәнәм» проектында ҡатнаштым. Башҡортостан халҡын донъялағы төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыуҙы үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем. Нефть университетында байтаҡ проекттар астыҡ, уларҙың берәүһе – ул Африка бейеү мәктәбе. Йыл һайын юғары уҡыу йортонда бик күп саралар үтә һәм беҙ саралар кимәлен республика һәм хатта федераль кимәлгә күтәрергә теләйбеҙ.

Эштейта Матеуш Рөстәм Хәмитовты Өфө дәүләт нефть техника университетына килеп, сил ит студенттары менән танышырға саҡырҙы. Ул юғары уҡыу йортонда 1300 самаһы сит ил студенты белем ала, тип хәбәр итте. Уларҙан 250 – Африка илдәре вәкилдәре.

«Саҡырыуығыҙҙы ҡабул итәм, — тине республика Башлығы. — Һеҙ бер нисә Африка һәм башҡорт бейеүен әҙерләгеҙ. Һеҙҙең башҡарыуығыҙҙа башҡорт бейеүҙәре бик шәп күренәсәк! Ҡыҙыҡлы милли ваҡиға ойоштороп күрһәтербеҙ. Мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә үтеп инеүе ғәмәлдәге һәм буласаҡ мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе булып тора.

http://www.bashinform.ru/news/1147170-rustem-khamitov-poprosil-afrikanskikh-studentov-podgotovit-bashkirskie-tantsy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть