Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 30 йәшлек ҡатын яңы тыуған сабыйының ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда Сибай ҡалаһында 30 йәшлек ҡатын яңы тыуған сабыйын үлтереүҙә ғәйепләнә. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә республиканың Тәфтиш комитеты.

«Әлеге ваҡытта енәйәттең сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эштәре һәм оператив-эҙләү саралары алып барыла.Сабыйҙың үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү дауам итә», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Фажиғә 19 апрелдә кискеһен теркәлгән. Тәфтишселәр фаразына ярашлы, өй шарттарында бала тапҡандан һуң психикаһы боҙолған ике балалы 30 йәшлек ҡатын сабыйының ғүмерен ҡыйған. Ҡатын ауыр хәлдә реанимация бүлегенә оҙатылған. Уның дауалау учреждениеһында иҫәптә тормауы асыҡланған.

http://www.bashinform.ru/news/1147525-v-bashkirii-30-letnyaya-zhenshchina-podozrevaetsya-v-ubiystve-novorozhdennogo-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть