Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы алданған өлөшсөләрҙең йорттары төҙөлөп бөтәсәк, тип ышандырҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика бөгөн хәүеф зонаһында булған барлыҡ йорттарҙы төҙөп бөтөргә вәғәҙә итә, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.

«Беҙ үҙебеҙгә план-график төҙөнөк. Ул һәр проблемалы объект буйынса 33 пункттан тора, һуңғыһы үҙ сиратында бер нисә йортто үҙ эсенә алыуы мөмкин. Республикабыҙҙа ошондай 77 йорт бар. Был өйҙәрҙә 5 650 кеше йәшәй алыр ине, улар 2016, 2014, 2013 һәм 2012 йылдарҙа уҡ ошо фатирҙарҙа йәшәй башларға тейеш. 2000 йылдарҙа уҡ был йорттарҙы алырға тейешле кешеләр бар, — тине Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһы башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуында Өфөнән Альбина Салауатованың һорауына яуап биреп. Ҡатын бишенсе йыл инде «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексында, Дим-9 биҫтәһендәге фатирына күсә алмай.

Төбәк башлығы әйтеүенсә, бөтә объекттар буйынса проблемалы йорттарҙы тапшырыу графиктары төҙөлгән. Быйыл — 32, киләһе йылда тағы 42 йортто сафҡа индереү күҙаллана.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 10 йорт 2020 йылға ҡала, сөнки унда хәл ҡатмарлы: ер мөнәсәбәттәре рәсмиләштерелмәгән, килешеүҙәр юҡ. Ике проблемалы объект буйынса тағы өс йортто 2021 йылда төҙөп бөтөү ҡаралған. Улар буйынса бер ниндәй ҙә хәл итеү юлы булмаҫ кеүек тойолғайны, ләкин беҙ хәл итеү юлдарын табырбыҙ. Әлбиттә, был — республика өсөн өҫтәмә сығымдар, ләкин тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: беҙ ошо мәсьәләне хәл итербеҙ», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда алданған өлөшсөләр өсөн Объекттарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы булдырылған.

Операторға алданған өлөшсөләр, банкротҡа төшкән төҙөүселәр. инвесторҙар, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар, власть органдары менән эш итеү, шулай уҡ түләүҙәрҙе ҡаплау буйынса страховка компаниялары менән эшләү бурысы йөкмәтелгән.

Объекттарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/3 адресы буйынса урынлашҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1147063-glava-bashkirii-zaveril-chto-vse-doma-obmanutykh-dolshchikov-budut-dostroeny/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть