Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Ата-әсәйҙең телен белеү мотлаҡ»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу үҙебеҙҙән тора. Был тәү сиратта ғаиләлә үҙебеҙҙе нисек тотоуҙан, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға телебеҙҙе нисек өйрәтеүгә бәйле. Тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында йәшәүсенең туған телдәрҙе һаҡлау юлдары тураһында һорауына шулай тип яуап бирҙе.

Рөстәм Хәмитов «был эштә әҙәбиәт, концерттарҙың, көйҙәрҙең һәм шиғырҙарҙың яҙмалары, китаптар кәрәк» тип белдерҙе.

Төбәк етәксеһе фекеренсә, туған телде һаҡлау — етди, ҙур эш. Был балаларын туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм иткән ата-әсәләргә ҙур талап булып тора.

«Ата-әсәнең телен белеү мотлаҡ. Әйҙәгеҙ, ошо йәһәттән әүҙемерәк эшләйек. Телде өйрәнергә мәжбүр итерлек көс юҡ, быны мәжбүри рәүештә эшләү мөмкин түгел, — тине Башҡортостан башлығы. — Кешене тел мөхитенә йәлеп итеү аша һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Тел эшлекле тормошта ла кәрәк булырға тейеш, күңел өсөн, үҙеңде туған халҡың менән бер бөтөн тойоу өсөн дә кәрәк».

Рөстәм Хәмитов республика властарының ошо тема менән шөғөлләнеүен һөйләне.

«Беҙҙә программа бар, финанслау, шул иҫәптән республиканан ситтә йәшәгән халыҡтарға, башҡорттарға матди ярҙам күҙ уңында тотола. Туған телдәрҙе өйрәнеүгә республика Башлығы гранттары ҡаралған, туған телдәрҙе, башҡорт, татар, мари, сыуаш телдәренән тыш, рус телен яҡлау өсөн махсус фонд булдырырға ниәтләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Рус теле лә яҡлауға мохтаж».

Башҡортостан Башлығы телдең сафлығы менән шөғөлләнеү кәрәклеген билдәләне һәм Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында йәшәүселәрҙе проектта ҡатнашырға саҡырҙы.

«Һеҙгә мотлаҡ килермен һәм башҡорт телендә лә аралашырбыҙ», — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1147175-rustem-khamitov-yazyk-materi-i-ottsa-znat-nuzhno-obyazatelno/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть