Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

ЗАГС-ҡа ғаризаны туйға тиклем бер йыл алдан тапшырырға мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙәр никах теркәү көнөнә тиклем бер йыл алдан ЗАГС-ҡа ғариза тапшыра аласаҡ. Тейешле закон проектын Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы әҙерләгән, тип хәбәр итә «Известия».

Хәҙер дәүләт хеҙмәттәре сайты аша тантаналы ваҡиға көнөнә саҡлы бер ай йәки иң күбендә ярты йыл алдан ғариза тапшырырға мөмкин. Закон проектындағы аңлатма хатына ярашлы, бындай система ЗАГС-тарға ла, граждандарҙың үҙҙәренә лә уңайһыҙ.

«Был ЗАГС органдарына йөкләнеште һығылмалы көйләргә, граждандарға уларға уңайлы рәүештә никахты теркәү көнөн һәм ваҡытын һайларға мөмкинлек бирмәй», — тиелә документта.

Бынан тыш, ғәмәлдәге нормала теге йәки был әһәмиәтле көндә никахҡа инергә теләүселәрҙең күп булыуы менән бәйле коррупция өлөшө ла бар, тип раҫлайҙар министрлыҡта.

http://www.bashinform.ru/news/1147296-podat-zayavlenie-v-zags-mozhno-budet-za-god-do-svadby/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть