Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы Өфөлә Ағиҙел аша күперҙә ремонттың ҡасан тамамланыуын хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге Ағиҙел аша иҫке күперҙе быйыл йәйгә йүнәтеп бөтөргә вәғәҙәләне. Ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 37,5 миллион һум бүленгән.

«Һәр проблеманың авторы була. Файҙаланыусы ойошма бар. Ул күптән Ағиҙел аша күпергә ремонт талап ителеүе хаҡында хат яҙған, ләкин шуға ҡарамаҫтан ошондай хәлгә килгән мәлде, ремонт талап ителгән ваҡытты күҙ уңынан ебәргән», —  тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуында.

Уның һүҙҙәренсә, башта эштәрҙе 3 миллиард һумға баһаланылар. Ағиҙел йылғаһы күперен капиталь ремонтлауҙа киләһе проект 300 миллион һумды күҙ уңында тотто.

«Ғинуарҙа мин унда проектсыларҙы, төҙөүселәрҙе, бойондороҡһоҙ белгестәрҙе ебәрҙем һәм улар 37,5 миллион һумға ремонт эшләргә мөмкин булыуын асыҡланы. Ул был күпер менән тағы бер нисә йыл файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Нисә йыл – уны нисек тотоноуҙан сығып ҡарарға кәрәк – был да мәсьәлә, әммә уның буйлап хәрәкәтте тиҙи арала асыу күҙаллана, —тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Әгәр файҙаланыусы ойошма быны алдан ҡайғыртһа һәм бөгөн Рәсәйҙән ситтә етештерелгән металл конструкцияларына заказ бирһә, ремонт иң күбендә бер ай ваҡыт талап итер ине. Ә хәҙер ҡала бына инде ярты йыл тығындарҙа яфа сигә. Был ҡоролмаларҙы нисек файҙаланыуға ҡарата яңылыш алым».

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, Өфө хакимиәтенә был хәлде асыҡларға ҡушылған.

«Мин шуны әйтәһем килә: 37 миллионға йүнәтә алғанды 300 миллионға һәм унан да бигерәк 3 миллиардға эшләргә кәрәкмәй. Йәйгә хәтлем ремонт эштәре тамамланыр, хәрәкәт тергеҙелер һәм тығындар бөтөр тип ышанам. Яңы күпер төҙөлөшө менән нимә эшләргә – был турала фекер алышырбыҙ әле. Унан бигерәк, эксперттарҙы йәлеп итеп бик ҡаты һөйләшербеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 37,5 миллион һум бүленде. Ә республикаға был аҡсаларҙы «Өфө» аэропорты үҙ табышынан күсерҙе. Аэропортсыларға төбәк аэропорттары араһында Рәсәйҙең иң яҡшы аэропорты булараҡ илдә беренсе урын алғандары өсөн генә түгел, аҡса эшләүҙәре һәм шул табыш менән бүлешкәндәре өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1147157-glava-bashkirii-soobshchil-kogda-zavershitsya-remont-belskogo-mosta-v-ufe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть